Автор: Абубакирова Гульназ Фаиловна
Должность: учитель башкирского языка и литературы
Учебное заведение: МАОУ
Населённый пункт: г.Стерлитамак, Республика Башкортостан
Наименование материала: статья
Тема: Ювелирные украшения мужчин в башкирском народном творчестве.
Раздел: среднее образование
Ир-егеттәргә ҡағылышлы ювелир әйберҙәр атамаларының халыҡ
ижадында үтәгән функцияһы.
Башҡорт халҡында ювелир әйберҙәр эшләү кәсебе бик борондан килгән күренеш.
Әммә аҙаҡ уларҙы ситтән һатып ала башлағандар, сөнки XVIII быуаттан һуң батша указы
тарафынан оҫтаханалар һәм тимерлектәр яптырыла. Ювелир әйберҙәр бик оҫталап
эшләнгәндәр, һәр береһенең биҙәге, нағыштары үҙенсәлекле, шуға күрә бер иш әйберҙәрҙе
осратып та булмай тиерлек.
Башҡорт ювелир әйберҙәре халҡыбыҙ мәҙәниәтенең, тормош-көнкүрешенең мөһим
өлөшөн биләй. Һуңғы ваҡытта телде халыҡ мәҙәниәте, уның тарихы менән тығыҙ берлектә
өйрәнеү актуаль проблемаларҙың береһе булып тора. Ювелир әйберҙәрен белдереүсе тел
берәмектәренең халыҡ ижадында ҡулланылыуын тикшереү ҙә тел мөмкинлектәрен генә
күрһәтеп ҡалмай, халыҡтың йәшәү рәүешен, донъяға ҡарашын, уның элекке хәлен, күңел
торошон, киләсәкте күҙаллауын, йәш быуынды тәрбиәләгәндә уларға биргән иғтибарын,
тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә йәшәүен сағылдыра.
Башҡорт халыҡ ижадында ювелир әйберҙәре атамаларының киң ҡулланылышы
күҙәтелә. Бигерәк тә алҡа,муйынсаҡ,йөҙөк,тәңкә,беләҙек,сәсмәү,сулпы кеүек биҙәүес
атамалары осрай. Был уларҙың көндәлек тормошта ла,байрамдарҙа ла ҙур урын алыуы
менән аңлатыла,ә ир-егеттәр ҡулланған ювелир әйберҙәр һирәгерәк булған,әммә шулай ҙа
ҡылыс,бысаҡ һаптарын,уҡ һауыттарын,аттың йүгәнен һәм башҡа кәрәк ярағын семәрләп
эшләр булғандар,төрлө таштар менән биҙәлгән билбау таҡҡандар. Башҡорттар һәр саҡ
билендә бысаҡ йөрөтөр булған. Бысаҡ,ҡылыс ҡындары төрлө-төрлө биҙәктәр һалып
эшләнеүе менән үҙҙәренә ылыҡтырған. Улар йыш ҡына еҙ менән уратып алынып,төрлө
аҫыл таштар,суҡтар менән биҙәлгән була. Шулай уҡ бай хәлле башҡорттарҙа баҡыр менән
ҡырлап
эшләнгән,
көмөш
ҡаптырмалы,аҫыл
ташлы
таштар:аҡыҡ,фирүзә,гәрәбә
йәбештерелеп,улар ярҙамында нағышлап эшләнгән ҡәмәр тағыу элек киң таралған. Улар
бик ҡыйбат торғандар: бер ҡәмәргә яҡшы арғымаҡ йәки бер пар үгеҙ биреп алғандар.
Башҡорттарҙа тимер эшкәртеү ҙур урын алып торған. Ябай әйберҙәр яһау менән
берлектә,күп кенә көмөш менән ялатылған,нығышланған яу ҡоралдарын һәм ат кәрәк-
яраҡтарын табырға була. Улар төрлө таштарҙан, металдан ҡатмарлы биҙәктәр,семәрҙәр
һалып эшләнгән. Был башҡорт халыҡ ижадында ла киң ҡулланылыш тапҡан.
Эпостарҙа уларҙың атамаһы ир-егеттең ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу сараһы
булараҡ ҡулланыла һәм уларҙың тылсым көсөнә эйә булыуҙары ла күренә,улар мираҫ
булып быуындан-быуынға күсә килгәнлеге, затлы әйбер,ҡомартҡы булыуы тураһында ла
әйтеп кителә: Күк толпар: “Хәҙер һин минең арҡамды телгеләп,унда атайыңдың батып
ҡалған алтын ҡашлы эйәрен, айбалтаһын,көмөш көҙгөһөн,һунарға йөрөгәндә кейә торған
ҡырма бүркен,көмөш биҙәкле ҡәмәрен ал да үҙемде ошо йылғаның иң тәрән еренә индереп
ҡуй,”- тип әйтте ти ( «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу»). Атаһының һуғыш аты булған
Аҡҡолайҙың көмөш суҡлы йүгәнен йәшереп бирә («Алпамыша»).
Башҡа бер эпостарҙа яуҙа еңгән егеттең батырлығын баһалау өсөн ҡулланыла:
Күркәм,туры толпарҙың арҡаһына алтын-көмөш менән биҙелгән эйәр һалып, кикел
ялдарын тарап,ҡарағай һаплы һөңгө һаплатып, алмас ҡылыс һуҡтырып көмөштән
ҡынын нағышлап,Ҡоблан батырға тоттора («Ҡоблан батыр»).
Халыҡ йырҙарында ир-егеттең характеры,уның булмышы менән сағыштырыла:
Көмөш кенә эйәр ай килешә,
Менгән атың кир булһа,
Ир-егеткәй етмәҫ һис нәмә юҡ,
Йөрәкле лә батыр ир булһа (Халыҡ йыры).
Шулай уҡ был атамалар аша кешеләрҙең был донъяла туғанлыҡ мәсьәләһенең
үҙәккә ҡуйып һүрәтләнә:
Алтын да ғына эйәр атҡа тейәр,
Эйәләре белмәҫ тә, ай белер.
Батыр егеткәйҙең,ай,ҡәҙерен
Үҙ туғаны белмәҫ,ят белер (Халыҡ йыры).
Эпостарҙа ярыштарҙа еңеүсе батырҙарҙың отҡорлоғон,таһыллығын,көслөлөгөн
күрһәтеү маҡсатында ҡулланыла: Унан үҙ атының башы тиклем генә ҡалышып килгән аҡ
һаҡаллы Аралбайға көмөш ҡыяҡлы эйәр эләгә («Ҡуҙыйкүрпәс»). Тап ошо мәлдә Күсәрбай
ҙа семәрләгән көмөш тотҡалы ҡылысты ҡынынан тартып ала (“Ҡуҙыйкүрпәс”).
Гармун уйнай бер егет,
Ҡулында көмөш йөҙөк.
Һағынғанда ҡайтыр инем,
Һалҡын һыуҙарҙы йөҙөп (Халыҡ йыры).
Алып батыр килгән,
Ҡалҡанын түргә элгән (Ҡояш).
Миҫалдарҙан күренеүенсә,ир-аттың да ювелир әйберҙәре булған. Был халыҡ
ижады әҫәрҙәрендә асыҡ сағылыш тапҡан. Күп осраҡта улар егет-еләндең
батырлығын,таҫыллығын күрһәтеү өсөн ҡулланылған. Шулай уҡ уның дәрәжәһенә лә
ишаралап торған.
Әҙәбиәт:
1.
Башҡорт халыҡ ижады. Дүртенсе том.Эпос.-Өфө: Китап,1999.-400 б.
2.
Башҡорт халыҡ ижады. Туғыҙынсы том.Йомаҡтар.-Өфө: Китап,2007.-416 б.
3.
Башҡорт халыҡ ижады. Икенсе китап .Йырҙар.-Өфө: Китап,1994.-295 б.