Напоминание

"һҮҘ КӨСӨ - БӨЙӨК КӨС"


Автор: Шайхинурова Земфира Фаттаховна
Должность: учитель башкирского языка и литературы
Учебное заведение: МОБУ СОШ №2
Населённый пункт: С.СТАРОБАЛТАЧЕВО БАЛТАЧЕВСКОГО РАЙОНА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Наименование материала: МАСТЕР-КЛАСС
Тема: "һҮҘ КӨСӨ - БӨЙӨК КӨС"
Раздел: среднее образование





Назад




Оҫталыҡ дәресе

Тел көсө

– бөйөк көс

Тел уҡытыу – ил уҡытыу, тиҙәр. Ә илде уҡытыу, тәрбиәләү уҡытыусының

иңдәренә ята. «Йәш быуынды уҡытыу, уларға кешелек тарихында тупланған

белемдәрҙе

тапшырыу

үҙенең

мөһимлеген

юғалтмаған

мәңгелек

проблемаларҙың

береһе.

Йәмғиәтебеҙҙәге

әхлаҡ,

мәҙәни

мөхит,

рухи

ҡиммәттәребеҙҙең үҫтерелеше мәсьәләһе тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә нисек

хәл ителеүенә бәйләнгән,” – тип билдәләй М. Ғималова. Бөгөнгө оҫталыҡ

класында

ҡысҡырып

уҡыу

методы

һәм

“Мөйөштәр”

методикаһы,

дебат

технологияһы

нигеҙендә

телдең

көсөн,

йәмен,

йәмғиәттәге

ролен

баһалап

ҡарайыҡ.

Ҡысҡырып уҡыу методы уҡыусының шәхесен үҫтереүҙә мөһим һәм

үҙенсәлекле урын тота. Был ижади актта уҡыусының үҫеш процесы тарихи

яҡтан формалашҡан кешелек үҙенсәлектәре, һәләттәре, ҡылыҡтары мәҙәни

ҡиммәттәрҙе һәм культура моделен үҙләштереү аша ҡабаттан тергеҙелә.

Әҫәрҙең төп темаһы – герой сисә

торған мәсьәлә, тота алған һынау,

еңеп

сығырҙай

ҡаршылыҡ.

Аңлы

һәм

аңһыҙ

маҡсат

сифатында

һүҙ

тарафынан тыуҙырылған көсөргәнешлек сығыш яһай.

Әкиәт,

миф,

легенда,

фантастикала

геройлаштырыу

проблемаһы

айырыу, ябайлаштырыу, айырым сифаттарҙы дөйөмләштереү аша күтәрелә.

1.Әҙәби әҫәрҙәр Ваҡыт һәм Ара тойғоһо тыуҙырырға тейеш.

2.Әҙәби әҫәр ситуацияһында кешенең үҙ яҙмышы дауамы булараҡ

һайлау ятырға тейеш.

Текст өҫтөндә эшләгәндә уҡыусы ҡуйылған ситуация элекке тормош

тәжрибәһенә таяныуҙы, кешенән әхлаҡи йәки этик һайлауҙы талап итә.

Уҡытыусының бурысы – уҡыусылар алдына проблема ҡуйыу. Ләкин

был

проблеманы

уҡыусылар

үҙҙәре

ҡуйған

кеүек

ҡуйыу.

Уҡыусыға

проблеманың

нимәлә

тороуын

аңлау

мөһим.

Уҡыусы

проблеманы

үҙенә,

мөмкинселегенә, ынтылыштарына, баһаһына үлсәп ҡарай. Уҡытыусы әҫәрҙең

бала ихтыяждарына ҡағылыуын, уларҙы яҡтыртыуын тәьмин итергә тейеш.

Башҡорт халыҡ ижады ынйыларына таянып, һүҙҙең, телдең көсө, шәхес

тәрбиәләүҙәге әһәмиәте тураһында һөйләшербеҙ.

Белемдәрен актуалләштереү.

– Бөгөн беҙ Л.Т.Григоряндың китабындағы өҙөк менән танышабыҙ.Ә

һеҙ, беҙҙең һөйләшеүҙәрҙән сығып, үҙегеҙ проблема ҡуйып ҡарағыҙ.

Өҙөктө өлөшләп бүлеп уҡыу.

– Әйҙә, Элиза,тасуири итеп беренсе өлөштө уҡы!

Боронғо

гректарҙағы

данлыҡлы

мәҫәлсе

Эзоп

Ксанф

исемле

фәйләсуфтың ҡоло булған. Бер ваҡыт Ксанф, ҡунаҡтар саҡырырға булып,

Эзопҡа бик тәмле аш әҙерләргә бойорған.

–Ә һеҙ ҡунаҡтар килеүгә нимә әҙерләр инегеҙ?

Уҡыусылар үҙ фекерен әйтә.

–Беҙ ҡунаҡтарға бишбармаҡ әҙерләр инек.

–Үҙебеҙ былау яратҡас, үзбәксә былау бешерер инек.

–Ә әсәйем туҡмаслы ашты оҫта бешерә, мин уға ярҙам итәм.

–Өҫтәлгә үҙебеҙ әҙерләгән төрлө турамалар, һуттар ҡуйыр инек.

–Беҙ билмән бешерербеҙ.

–Беҙҙең сәк-сәк бик уңа.

–Әсәйем менән бешергән борщ телде йоторлоҡ була.

Уҡытыусы:

–Дөрөҫ, ҡунаҡты

яҡты йөҙ, йылы һүҙ, тәмле ризыҡ менән ҡаршы

алалар.Әйҙәгеҙ, Гөлназ,Эзопҡа әйләнеп ҡайтайыҡ, ә ул ни эшләне икән?

Текстың икенсе өлөшө уҡыла.

–Эзоп, тел һатып алып, өс төрлө аш әҙерләгән. Ксанф ҡолоноң шундай

һый ултыртыуына ғәжәпләнгән дә ни өсөн тик тел ашы ғына ҡуйғанын

һораған. Эзоп:

–Һин яҡшы, тәмле ашамлыҡ алырға бойорҙоң. Донъяла телдән дә яҡшы

һәм

татлы

нимә

булыуы

мөмкин?

Тел

ярҙамында

ҡалалар

төҙөлә,

халыҡтарҙың мәҙәниәте үҫә. Тел ярҙамы менән беҙ фән өйрәнәбеҙ, белем

алабыҙ, тел аша кешеләр бер-береһе менән аңлаша ала, төрлө мәсьәләләрҙе

хәл итә, бер-беребеҙҙе сәләмләйбеҙ, кисерәбеҙ, тел менән ярашабыҙ, егеттәрҙе

батырлыҡтарға

рухландырабыҙ,

шатлығыбыҙҙы,

и р к ә л ә ү е бе ҙ ҙ е

сағылдырабыҙ, һөйөүебеҙҙе белдерәбеҙ. Бына ни өсөн телдән дә яҡшы, татлы

нәмә юҡ ул”, – тип бик аҡыллы яуап биргән.

Эзоптың был кинәйәле яуабы Ксанфҡа ла, уның ҡунаҡтарына ла бик

хуш килгән.

Уҡытыусы:

–Ни өсөн, Анжела, Эзоптың яуабын барыһы ла оҡшата?

– Сөнки ул тик яҡшылыҡ тураһында һөйләй.

–Телдең яҡшылығын һеҙ нимәлә күрәһеге, Алһыу?

–Тел кешеләргә тик файҙа ғына килтерә.

–Тимәк, Эзоптың уйы буйынса , иң яҡшыһы, иң татлыһы – тел. Шуға

күрә лә ул

ҡунаҡтарға тел ашы тәҡдим итә. Ул хаҡлымы? Уҡыуҙы дауам

итәйек.

Текстың өсөнсө өлөшөн Тимур уҡый.

Икенсе ваҡыт Ксанф Эзопҡа төшкөлөккә иң насар, яман әйбер алырға

ҡушҡан.

Уҡытыусы:

–Ә һеҙҙең өсөн донъяла иң яман, иң насар әйбер нимә?

Уҡыусылар үҙ фекере менән уртаҡлаша.

–Мин эсәк аштарын яратмайым.

–Ә миңә балалар баҡсаһынан һөтлө аш оҡшамай!

–Ә миңә борщ оҡшамай.

–Йомортҡа ярамай.

–Һуғанлы ризыҡтарҙы яратмайым.

–Мин балан бәлеше, ҡатығының еҫен бөтөнләй яратмайым.

–Беҙ ҡабаҡ яратмайбыҙ.

Уҡытыусы:

–Ә Эзоп иң насар, иң яман әйберҙе таба алдымы икән, Алһыу, артабан

уҡыйыҡ әле.

Текстың дүртенсе өлөшө уҡыла.

–Эзоп тағы ла тел һатып алған. Тағы ла ғәжәпкә ҡалғандар. Был юлы

Эзоп үҙенең ҡыланышын хужаһына шулай төшөндөргән: “Һин миңә иң насар

әйбер эҙләргә бойорҙоң. Донъяла телдән дә яман нимә бар?

Тел менән

кешеләр бер-береһен ҡайғыға һала, береһенән икенсеһен биҙҙерә, тел менән

алдашырға,

хәйләкәрләнергә,

талашырға,

булмағанды

яһап

һөйләргә,

ике

йөҙлөләнергә

мөмкин.

Тел

кешеләрҙе

дошманлаштыра,

ул

илдәрҙе

һуғыштырырға, дәүләттәрҙе һәм ҡалаларҙы емертергә мөмкин; ул

беҙҙең

тормошҡа ҡайғы һәм уҫаллыҡ килтерергә, кешеләрҙе һатырға, мыҫҡылларға

булдыра. Шунан һуң телдән дә яман нимә булыуы мөмкин тағы?” – тип

яуаплаған. Эзоптың ул һүҙҙәре быныһында инде ҡунаҡтарҙың бөтәһенә лә

оҡшап етмәгән, ти.

Уҡытыусы:

–Ни өсөн, Динара, Эзоптың һүҙҙәре ҡунаҡтарға оҡшап етмәгән?

–Эзоп

телдең

кешеләргә

насарлыҡ,

яуызлыҡ

килтереүе

тураһында

аңлата.

–Гүзәл, Эзоптың тәүге һәм икенсе яуабы араһында ниндәй айырма бар?

–Тәүҙә Эзоп телдең тик яҡшы, аҙаҡ насар яҡтары тураһында һөйләй.

–Текстың тел төбө нимәлә, Гөлназ?

–Тимәк, тел иң яҡшы, иң насар нәмә була ала.

–Телдең көсө тураһында, Лиана, ни әйтелә?

–Ул

хатта

илдәрҙе

һуғыштырырға,

дәүләттәрҙе

һәм

ҡалаларҙы

емертергә мөмкин; ул

беҙҙең тормошҡа ҡайғы һәм уҫаллыҡ килтерергә,

кешеләрҙе һатырға, мыҫҡылларға булдыра, тип әйтелә.

–Телдең йәме, Анжелика, ниндәй юлдарҙа күренә?

–Кешеләр төрлө хистәрен белдерә.

–Эзоп Ксанф тарафынан ҡуйылған мәсьәләне сисә аламы?

–Сисә ала, әйе! (Илнара, В. Алһыу)

–Дөрөҫ, уҡыусылар, бушҡа ғына халыҡ “Һөйҙөргән дә тел, көйҙөргән

дә тел, көлдөргән дә тел, бөлдөргән дә тел”, тимәгән.

Тел – бөйөк ҡорал. Көслө ҡорал. Шуға күрә уның менән һаҡ эш итергә

кәрәк. Эзоп бай хужаһына, ҡунаҡтарына был дөрөҫлөктө нисек аңлатып бирә,

Илнара?

–Эзоп тураға әйтмәй, ә фекерен уратып, ситләтеп аңлатып бирә.

“Мөйөштәр” методикаһын ҡулланыу.

Уҡытыусы:

– Тимәк, Эзоп телдең яҡшы ла, насар ҙа булыуын аңлата. Һеҙ нисек

уйлайһығыҙ, ерҙә телдең яҡшы күберәкме, әллә насар яғымы? Әйҙәгеҙ, беҙҙең

халҡыбыҙҙың быуаттар буйына туплаған аҡыл хазинаһына мөрәжәғәт итәйек.

Тапҡыр мәҡәлдәребеҙ, тәрән фекерле әйтемдәребеҙ был турала ни ти?

(был һорауға уҡыусылар үҙ фекерен алға сығып әйтә, яҡшылыҡ

күберәк тип һанағандар уң яҡ мөйөшкә, яуызлыҡ күберәк тигәндәр һул

мөйөшкә баҫа. Ә өсөнсө төркөм – күҙәтеүселәр, улар

2 төркөмдөң

фекерен

тыңлай,

әгәр

теге

йәки

был

төркөмдөң

аргументтары

ышандырырлыҡ булһа, шул төркөмгә ҡушыла. Бәхәсләшеүсе төркөмдәр

ҙә, иптәштәренең фекерен тыңлап, үҙ урынын алмаштыра ала.)

Былай итһәк, кискә ҡәҙәр ҙә туҡтай алмаҫбыҙ ул! Бер ҡараһаң,

телдең яҡшы яҡтары күп кеүек. Икенсе ҡараһаң, насар һүҙҙәр

күберәк һымаҡ.

Тимәк, ниндәй һығымта яһайбыҙ?

Тел ярҙамында яҡшы һүҙҙәр ҙә, насар һүҙҙәр ҙә әйтеп була.

–Беҙ тормошта күберәк тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтергә тейешбеҙҙер.

–Тел, уның көсө тураһында ниндәй әҫәрҙәр уҡынығыҙ?(“Яҡшы һүҙ – йән

аҙығы” әкиәте, Әнүр Вахитов “Һүҙ хаҡында баллада”)

–Был әҫәрҙәр беҙҙе нимәгә өйрәтә?

–Улар тел менән һаҡ эш итергә кәрәклеген өйрәтә.

–Халыҡ та тел, уның көсө, әһәмиәте тураһында бик фәһемле һүҙҙәр әйткән.

Алда

ятҡан

һүҙлектәрҙән

шундай

мәҡәл-әйтемдәр

табып

ҡарағыҙ

әле .

(мәҡәлдәр уҡыла, мәғәнәләре аңлатыла)

Рефлексия

–Һөйләшеүебеҙҙе

йомғаҡлап,

һеҙҙең

фекерҙәрегеҙҙе

тыңлағы

килә.

Һеҙ

ниндәй проблемалар ҡуйыр инегеҙ?

– Әҫәрҙең төп геройы Эзоп ниндәй кеше?

–Эзоп аҡыллы, зирәк, тапҡыр телле кеше.

–Һеҙ шундай зирәк, тапҡыр кеше урынында булыр инегеҙме?

-Юҡ,

ул

зирәк,

аҡыллы,

тапҡыр

булһа

ла,

ҡол

кеше.

Ул

хоҡуҡһыҙ,

ихтыярһыҙ. Уның яҙмышы хужаһы ҡулында.

–Ни өсөн тап бына Эзоп төп герой итеп һайланды икән?

–Сөнки ваҡиғаларҙың үҙәгендә Эзоп тора.

–Ә мине Эзоп һәм тел араһындағы бәйләнеш бик ҡыҙыҡһындыра: Эзоп

һәм тел, тел һәм Эзоп.

–Ә

һеҙҙең

был

һорауығыҙға

яап

табырға

ярҙам

итер

өсөн

Денис

Эзоп

тураһында досье – мәғлүмәт йыйып килде. Иғтибар итегеҙ әле.

Эзоп – боронғо грек шағиры. Мәҫәлдәр оҫтаһы. Беҙҙең эраға тиклем

600 йыл элек Фракияла йәшәгән. Хәйләкәр, шуҡ аҡыл эйәһе. Ҡайһы бер

мәғлүмәттәр буйынса, ул аңғыра фәйләсүф Ксанфтың ҡоло була. Бай батша,

фәйләсуфтарҙан

әсе

көлә.

Үҙе

әйтер

фекерҙе

кинәйәләр

менән

әйтеп

бирә.Тора-бара был кинәйәләр теле рус телендә Эзопов язык исеме менән

аталып йөрөтөлә башлай.

Эзоп теле – уй-фекерҙең тура мәғәнәһен йәшереп, тыңлаусыға кинәйә

менән еткереү

Кинәйә – ситләтеп әйтеү, тел төбө менән әйтеү, һөйләү.

Ә-ә-ә! Аңланым! Кешенең хәтерен ҡалдырмай һөйләргә кәрәк инде,

улай булғас!

Тура ярып һалырға түгел инде, яғымлы ғына, ситләтеп әйтергә кәрәк

булып сыға!

–Тимәк, һөйләр, әйтер һүҙебеҙҙе уйлап, үлсәп, кәрәк икән, кинәйәләп

һөйләү бик мөһим. Тел – бөйөк, көслө ҡорал. Уның менән бик һаҡ эш итергә

кәрәк. Аҡыл, изге ниәт менән эш иткәндә генә ул яҡшылыҡҡа хеҙмәт итә.

Беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан бай мираҫ – йылдар буйына тупланған халыҡ

ижады ынйылары ҡалған. Уларҙа аҡыл хазинаһы, килер быуындарға һабаҡ,

балаларға тәрбиә нигеҙҙәре тупланған. Бына уларға күҙ һалайыҡ. (слайдтар)

Төркөмдәрҙә эш.

-Халҡыбыҙҙың ижад гәүһәрҙәре беҙҙең өсөн баһалап бөтөргөһөҙ хазина. Улар

менән

беҙ

төрлө

эштәр,

саралар

ойошторабыҙ.

Бер

һүҙ,

әйтем,

мәҡәл

нигеҙендә тел уҡытыусыһы йәне теләгәнде үткәрә ала.

Бына беҙҙә һеҙҙең менән әйтем, мәҡәлдәргә таянып, грамматиканан ниндәй

темаларҙы

аңлатып

булырын

асыҡлап

ҡарайыҡ

әле.

Бирелгән

мәҡәл,

әйтемдәрҙе

анализлап,

уҡыусыларға

тел

ғилеменең

ниндәй

бүлеге,

тема,

терминдар тураһында төшөнсә бирелеүен асыҡлайыҡ.

1 – се төркөм.

Ишеткән бер һүҙҙе һөйләмә. Ир хазинаһы – иҫке һүҙ. Аш һалҡыны һыуытмаҫ,

һүҙ һалҡыны һыуытыр. Ауыҙҙағы һүҙгә һин эйә, ауыҙҙан сыҡҡан һүҙ һиңә

эйә. Һүҙҙең тураһын баланан ишет. Телдең зиннәте – тура һүҙ.

(синтаксис, интонацияһы буйынса хәбәр һөйләм, бер составлы, эйә менән

хәбәр араһында һыҙыҡ, теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр, раҫлаусы, инҡар

итеүсе һөйләмдәр)

2 – се төркөм.

Булмаҫтайға һүҙ әрәм. Ат ысҡынһа – тотоп була, һүҙ ысҡынһа – тотоп булмай.

Йылы һүҙ ташты иретер. Түрәнең һүҙе һүҙ, ни әйтһә, шул төҙ. Кем ҡулында

иллелек, уның һүҙе иң элек.

3 – сө төркөм.

Туй бөткәс – һүҙ, яу бөткәс, батыр күбәйер. Һүҙ күп ерҙә аш аҙ булыр.

Аҡыллы ир шул булыр:ҡулындағын алдырмаҫ; кеше һайын туҡталып, юҡ һүҙ

тыңлап ҡаңғырмаҫ; барынан да бере шул: бөгөнгө эшен таңға ҡалдырмаҫ. Бер

һүҙҙе күп һөйләһәң, күк тәмәйтә.

4

– се төркөм.

1.Ҡолаҡлыға һүҙ әйтһәң,

Ҡолағының эсенән;

Ҡолаҡһыҙға һүҙ әйтһәң.

Ҡолағының тышынан.

2.Бит күрке – күҙ, тел күрке – һүҙ.

3. Тауышы бар – һүҙе юҡ,

Йәне бар – теле юҡ,

Менгән атының йәне юҡ.

Рефлексия

Йомғаҡлау

Телдең ҡәҙерен,

ҡөҙрәтен, һиммәтен беләйек! Бер-беребеҙгә яҡшы,

матур,

аҡыллы

һүҙҙәр

генә

әйтәйек,

ихтирамлы,

иғтибарлы

булайыҡ!

Ә

аҡыллы, яҡшы һүҙҙәр әйтергә кеше ғүмер буйы өйрәнә…

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

«БАЛТАС РАЙОНЫ ХАКИМИӘТЕНЕҢ МӘҒАРИФ БҮЛЕГ» ҠАҘНА УЧРЕЖДЕНИҺЫ

2-СЕ ИҪКЕ БАЛТАС УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ

БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

ҺҮҘ КӨСӨ – БӨЙӨК КӨС

/ОҪТАЛЫҠ КЛАСЫ/

ТӨҘӨҮСЕ: БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ

ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ

ШӘЙХИНУРОВА ЗЕМФИРА ФӘТТӘХОВНА

ИҪКЕ БАЛТАС - 2017



В раздел образования