Напоминание

Воспитательное значение повести З.Биишевой "Будем друзьями"


Автор: Псянчина Лилия Юлаевна
Должность: учитель башкирского языка и литературы
Учебное заведение: МБОУ "Школа №104 имени М.Шаймуратова"
Населённый пункт: город Уфа Республика Башкортостан
Наименование материала: Статья
Тема: Воспитательное значение повести З.Биишевой "Будем друзьями"
Раздел: среднее образование





Назад




Зәйнәб Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесының тәрбиәүи әһәмиәте.

Был донъя барлыҡҡа килгәс тә, тәрбиә алымдары ла барлыҡҡа

килгәндер, сөнки өлкән, тәжрибәле быуын вәкиле үҙенең белгәндәрен

һәр заманда ла йәш быуынға һөйләгән һәм аңлатҡан. Эйе, был донъяла

тәрбиә тураһында күпме мәҡәлдәр, әйтемдәр, әҫәрҙәр бар. Улар беҙҙе

уйландыра, һорауҙар ҡуя, йүнәлештәр күрһәтә.

Бөтә көсөн туған халҡына, ижадҡа арнаған Зәйнәб Биишеваның

әҫәрҙәре генә түгел, үҙенең үткән ғүмер юлы ла – тормош дәреслеге тип

әйтһәк һис тә хата булмаҫ ине. Уның “Дуҫ булайыҡ” повесы бик көслө

тәрбиә әһәмиәтенә эйә. Уның геройҙары беҙҙең һымаҡ уҡ ябай ҡала

малайҙары.

Улар

ҙа

хаталана,

шул

уҡ

ваҡытта

уларҙың

үҙ

уйҙары,

хыялдары, маҡсаттары бар.

Был повеста ниндәй тәрбиә мәсьәләләре күтәрелә? Уҡыусы үҙенә

ниндәй яңылыҡ аса ала? Ниндәй һығымталар яһай? Ошо һорауҙарға яуап

булырҙай ниндәй тәрбиә һабаҡтарын алырға була, шуларҙы түбәндә яҙып

үтәм.

Халҡыңдың

ғөрөф-ғәҙәттәрен,

аш-һыуын,

милли

ризыҡтарын

белергә

кәрәк. Юлдаш

менән

атаһы

ауылға

ҡайтҡас,

уларға

хөрмәт

йөҙөнән

өләсәһе,

Кинйәбай

ағаһы,

Гөлйөҙөм

еңгәһе

туғандарҙы,

күршеләрҙе йыйып, боронғо ғәҙәттәр буйынса ҡунаҡ һыйлайҙар.

Дәүләт милкенә ҡул һуҙмаҫҡа, урлашмаҫҡа.

Умартасы Ибраһим

бабай колхоз умартаһынан бал алғанда, бер кемгә лә бер ҡабым да бал

бирмәй, ә үҙенең өй янындағы умартанан бал алғанда, бер табаҡ бал ҡуя

икән.

Эште яратып, урынына еткереп эшләһәң, шул яҡшы. Юлдаштың

өләсәһе Зөләйхә әбей был тирәлә иң данлыҡлы ҡымыҙ оҫтаһы. Ул үҙенә

алмашсы итеп киленен йылҡысылыҡ фермаһына күсергә өгөтләй, тик

Гөлйөҙөм

еңгәйҙең

кәзәселек

фермаһынан

киткеһе

килмәй.

Эшен

яратҡанға шулай ул.

1

Батыр, тоғро, намыҫлы, ғәҙел кеше булырға. Зөләйхә әбейҙең

әкиәтендә тап шундай кешеләргә генә халыҡ ихтирам менән ҡараған.

Һорауһыҙ

кеше

әйберен

алмаҫҡа. Юлдаш

менән

Ҡыҙырас

Уртаташҡа барыу өсөн һорауһыҙ ял йортоноң кәмәһен алалар. Ә аҙаҡ ял

йортоноң директоры бының өсөн Юлдаштың ҡолаҡтарынан бора. Һәр

яңылыш аҙым өсөн яуап бирергә кәрәк.

Бер-береңде

бәләлә

ташлап

ҡалдырмаҫҡа. Юлдаш Ҡыҙырасты

Талҡаҫ

күлендә,

дауыл

ваҡытында

үлемдән

ҡотҡара,

ә

Ҡыҙырас

ял

йортоноң директорын күреү менән Юлдашты ташлап ҡасып китә.

Алдашмаҫҡа. Ҡыҙырас “мин 4-се класты отличноға тамамланым”

тип, “Октябрьскийҙа нефть күле бар, мин уны әллә нисәне арҡырыға-

буйға

йөҙөп

сыҡтым”

тип

Юлдашҡа

алдап

һөйләй.

Ә

аҙаҡтан

уның

отличник түгеллеге, нефть күленең бер ҡасан да була алмауы асыҡлана.

Үҙеңдән

бәләкәстәрҙе

ҡыйырһытмаҫҡа. Ҡыҙырас

Әнисә

һеңлеһен

төрлөсә

ирештерә,

илата.

Быны

күргән

Юлдаш

Әнисәне

яҡлаша.

Һәр бер кешелә етешһеҙлектәр булған кеүек, ыңғай сифаттар

ҙа була. Тик уларҙы күрергә һәм үҫтерергә кәрәк.

Ҡыҙырастың уҡыуы

насар, тәртибе хөрт, уйынды ярата, ә шулай ҙа ағастан йәки тимерҙән

төрлө әйберҙәр эшләүҙә унан да оҫта кеше юҡ. Класс етәксеһе Ғәбит

ағай Ҡыҙырастың оҫталығын белеп ҡалғас, отряд йыйылышында уны

хеҙмәт түңәрәгенең старостаһы итеп ҡуйырға тәҡдим итә.

Тырыш

һәм

ныҡышмал

булырға. Ныҡышмал

булырға

Ҡыҙырас

һеңлеһе Әнисәнән өйрәнә. “Хатта ҡайһы саҡта ныҡ уйнағым килһә лә

уҡыйым. Дәресемде әҙерләп, яҡшы белеп бөткәс кенә уйнайым”-, ти ул.

Үҙеңдең ғәйебеңде, хатаңды танырға, яҡшы яҡҡа үҙгәреү өсөн

тырышырға кәрәк. Юлдаш Ҡыҙырасты шефлыҡҡа алыуҙан баш тартҡас,

барыһы

ла

уны

тәнҡитләйҙәр,

хатта

уны

эгоислыҡта

ғәйепләп,

уның

турала

“Яңғыҙаҡ”

тигән

класс

газетаһы

сығаралар.

Юлдашҡа

ҡыйын,

шулай булһа ла ул Ҡыҙырастың алдаҡсы, һуғышсан малай икәнлеге

2

тураһында

әйтмәй.

Быны

күргән

Ҡыҙырастың

күңелендә

Юлдашҡа

ҡарата хөрмәт арта һәм ул икәү араһындағы булған хәлдәрҙе Ғәбит

ағайға һәм вожатый Юлайға һөйләп бирә.

Ниндәйҙер

аңлашмаусанлыҡ

булһа,

ваҡытында

хәл

итергә.

Юлдаш Ҡыҙырасҡа булған дәғүәһен ваҡытында белдерергә хаҡлы ине.

Юҡҡа ғына “Дуҫ илатыр ҙа өйрәтер, дошман көлдөрөр ҙә бөлдөрөр”

тимәгәндәр бит.

Кеше өсөн, коллектив өсөн көйөнә, ҡыуана белергә. Гөлкәй үҙе

өсөн генә ҡыуана.

Ялағайланмаҫҡа. Ғариф кеше алдында яҡшатлана, ялағайлана. Ә

ундай кешеләрҙең үҙ һүҙе булмай. Яңылыш аҙымға баҫырға мөмкин.

Кешене ғәфү итә белергә кәрәк. Ҡыҙырас үҙенең ғәйебен танып

ғәфү үтенгәс, Юлдаш уны ысын күңелдән ғәфү итә. Бынан һуң улар иң

яҡын дуҫтар булып китәләр.

Иң

шәп,

иң

яҡшы

нәмә

ул

дуҫлыҡ,

тырышлыҡ,

ғәҙеллек,

дөрөҫлөк. “Әгәр кеше ошоларҙан ситкә китмәһә, донъяла бөтә теләгәнен

эшләй ала. Уның йәшәүе лә мәғәнәле, бәхетле була икән”.

Зәйнәб

Биишеваның “Дуҫ

булайыҡ”

повесындағы

тәрбиә

мәсьәләләрен тикшереп, балалар, үҫмерҙәр өсөн күп һабаҡтар алырға;

дуҫлыҡтың

төрлө

һынауҙар

аша

үтеп

сынығыуын,

Ҡыҙырастың

да,

Юлдаштың да рухи үҫешен күрергә була.

Ошондай

ысын

тормош

һабағын биргән әҙәби әҫәрҙәр киләсәктә лә булһын ине.

3



В раздел образования