Автор: Кульшекова Гульсасак Абдрахмановна
Должность: Учитель башкирского языка и литературы
Учебное заведение: МБОУ СОШ №19
Населённый пункт: город Ишимбая Республики Башкортостан
Наименование материала: Современные подходы к организации реализации ФГОС и проведению уроков башкирского языка и литературы в условиях
Тема: Информационные технологии при изучении башкирского языка
Раздел: полное образование
Башҡорт телен уҡытыуҙа информацион технология ҡулланыу
Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнеү күҙҙә
тотола. Мәктәптә бөтә предметтар ҙа урыҫ телендә алып барыла. Башҡорт
теле рус теленә таянып өйрәнелә. Ике телде сағыштырыу, тәржемә итеү кеүек
алымдар менән уҡытыла. Мәктәпкә килеүсе балаларҙың башҡорт телен белеү
кимәле бер төрлө түгел: уларҙың ҡайһы берҙәре башҡортса бер аҙ белә,
һөйләгәнде аңлай; ҡайһылары татар телен белә; өсөнсөләре телде бөтөнләй
белмәгән башҡа милләт балалары . Әлбиттә, башҡорт теле уҡытыусыһына
бындай балаларҙы телгә өйрәтеү еңел бирелмәй. Ә инде
бөгөнгө көндә
мәктәпкә уҡырға килгән күп балаларҙың айфон һәм планшет менән актив
ҡулланып, үҙенә ҡыҙыҡлы информацияны етеҙ рәүештә таба белеүе, эште саҡ
ҡына булһа ла еңелләштерә, тип уйлайым. Шуға күрә, мәктәпкә, уҡытыусыға,
ата-әсәгә, балаларҙа уҡыуға мотивация тыуҙырыу өсөн, заман талаптарына
ярашлы үҙгәреү мотлаҡ.
Әлеге көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа отошло тип һаналған
т е х н о л о г и я л а р ҙ ы
б и л д ә л ә п
ү т е р г ә
м ө м к и н :
1.Проблемалы
уҡытыу
-
ул
уҡыусының
логик
фекерләүен,
телмәрен
үҫтереүгә,
эҙләнергә
мөмкинлек
бирә,
баланы
уйланырға
мәжбүр
итә.
2.Адаптив система (төп иғтибар уҡыусыларҙың үҙ аллы эшенә, уҡытыуҙы
индивидуалләштереүгә
йүнәлтелә.
Уҡыу-уҡытыу
процесында
уҡытыу
тиҙлеге һәм ысул-алымдар уҡыусыларҙың шәхси үҙенсәлектәренә ярашлы
һайланыла.)
3.Хеҙмәттәшлек технологияһы (уҡытыусы менән уҡыусының бергә эшләүе,
улар
араһында
субъект
–
субъект
мөнәсәбәттәре
күҙҙә
тотола).
4.Виктор
Федорович.
Шатталовтың
терәк
схемалар
системаһы
(материал
блоклап өйрәнелә. Уны үҙләштергәндә терәк схемаларға, терәк конспекттарға
таяныла, өйҙә шулар буйынса ҡабатлау үткәрелә. Дәрестә уҡыусыларҙың
үҙләштереү
дәрәжәһе
асыҡлана,
икенсе
тапҡыр
ҡабатлағанда
алынған
белемдәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу иғтибар үҙәгендә була).
5.Интеграция
технологияһы
(уҡытыу
процесында
төрлө
фәндәр
ҡушып
өйрәнелә,
бер
проблема
төрлө
фән
күҙлегенән
яҡтыртыла,
шуның
өсөн
м ә с ь ә л ә н е ң
т ө п л ө
ү ҙ л ә ш т е р е л е ү е н ә
ө л г ә ш е л ә ) .
6.Проектлау
технологияһы
.Үтелгән
бүлекте
йомғаҡлағанда
проект
эше
башҡарыу. Киләһе дәрестә уны яҡлау. Проект эше уҡыусының интеллектуаль
үҫешен тәьмин итә, уның фекерләү һәләтен үҫтерә, үҙ эшенә баһа бирергә
өйрәтә.
7.Үҫтереүсе уҡытыу системаһы (уҡытыусы һәр дәрестә уҡыусының дөйөм
ү ҫ е ш е н
м а ҡ с а т
и т е п
ҡ у я ) .
8.Компьютер
технологияһы
(дәрестә
копьютер
мөмкинсәлектәрен
киң
файҙаланыу).
Был технологиялар башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә төрлөсә
ҡулланыла: берәүҙәренең тик айырым алымдары ғына файҙаланыла, ҡайһы
берҙәре дәрес һайын, икенселәре дәрестәр циклы дауамында, өсөнсөләре
тотош бер уҡытыу системаһын тәшкил итә. Шуға ла уҡытыусы буласаҡ
дәресен күҙ алдынан үткәреп, һәр баланың шәхси үҙенсәлеген иҫәпкә алып
планлаштырғанда дәрестең формаһын асыҡлап, ниндәй методтар, алымдар
ҡулланырға мөмкинлеген билдәләһә, яңы технологиялар ҡулланыу предметҡа
ҡарата һөйөү уятыуға, уҡыусының төплө белем алыуына булышлыҡ итмәй
ҡалмай.
Бөгөн белем биреү системаһы, мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр заман
дәрестәренә
яңы
талаптар
ҡуя.
Федераль
дәүләт
белем
биреү
стандарттарында
улар
асыҡ
сағылыш
таба.
Методик
яҡтан
дөрөҫ
ойошторолған дәрес яҡшы йыһазландырылған кабинетта уҙғарылырға тейеш.
Уҡытыусы
үҙ
эшмәкәрлеген
һәм
уҡыусыларҙың
эшмәкәрлеген
планлаштырырға һәм һәр дәрес башында аныҡ итеп маҡсат, бурыстарҙы
билдәләргә
тейеш.
Дәрес
проблемалы
һәм
үҫтерешле,
уҡытыусы
уҡыусыларҙы
эшмәкәрлеккә
йүнәлдерә
һәм
уларҙы
класташтары
менән
хеҙмәттәшлеккә
йүнәлтә
белергә
тейеш.
Яңы
стандарт
буйынса
дәрестә
бирелгән
эште
төркөмдәрҙә
башҡарыу
уңайлы
тип
табыла.
Ысынлап
та
уҡыусылар был осраҡта бер-береһе менән аралаша, бер-береһенең белемен
тулыландыра,
һәр
бала
эштә
ҡатнаша,
бер-береһен
тыңларға
өйрәнә.
Уҡытыусы
проблемалы
һәм
эҙләнеү
ситуацияларын
ойоштора,
уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген активлаштыра алырға тейеш. Яңы стандарттар
буйынса уҡыусыға әҙер мәғлүмәт, әҙер белем бирергә түгел, ә уларҙы ошо
мәғлүмәт- белемдәрҙе үҙаллы ҡыҙыҡһынып, эҙләнеп таба белергә өйрәтеү
маҡсаты
ҡуйыла
беҙҙең
алдыбыҙға.
Ысынлап
та
ниндәйҙер
ҡыҙыҡлы
ситуация,
проблеманы
сисеү
аша
табылған
белем
ҡыҙыҡлыраҡ
та
була,
хәтерҙә лә нығыраҡ һаҡланалыр.
Телгә өйрәтеүҙең төп маҡсаты - һөйләшергә, тыңларға, уҡырға, яҙырға
өйрәтеү.
Ҡағиҙә ятлатып ҡына, баланы телгә өйрәтеп булмай, шуға ла матур
һөйләмдәр, төҙөк текстар аша телдең һығылмалылығын, мөмкинлектәрен
күрһәтеү өсөн уйындар, мауыҡтырғыс күнегеүҙәр, төрлө ҡыҙыҡтырырлыҡ
саралар
дәрестә
урын
алырға
тейеш.
Уҡытыусы
өйрәтелергә
тейешле
материалдың
йөкмәткеһенә
ҡарап,
төрлө
уйындар
һайлап,
уларға
төрлө
ҡыҙыҡһындырырлыҡ исемдәр биреү ҙә бик отошло. Мәҫәлән “Серле тауҙар
илендә”, “Ҡылым ниндәй эштәр ҡылған?», “Белем доъяһына сәйәхәт” һ.б.
исемле дәрес-уйындар үткәреп була. Ябай уйын кеүек тойолһа ла, был эш
төрө
телгә
һөйөү
тәрбиәләүҙә,
һөйләмдәрҙең
йөкмәткеһендә
халҡыбыҙ,
илебеҙ
тормошона
бәйле,
рухи
хазиналарыбыҙ,
күренекле
шәхестәребеҙ
тураһындағы мәғлүмәттәр аша ғорурлыҡ, милләт бәҫен күтәрерлек киләсәк
быуын вәкилен формалаштырыуҙа мөһим сара булып тора.
Һуңғы йылдарҙа мәктәптә яңы информацион технологияларҙы файҙаланыу
үҫеште.
Нимә ул “Информацион технология”? Информацион технологиялар 1960-сы
йылдарҙан беренсе информацион системалар килеп сыҡҡас, актив үҫешә
башлай. Информацион технологияның бер тармағы – Интернет үҫеше, 1990-
сы
йылдар
аҙағында
киң
үҫеш
ала. Информацион
технология –
ул
компьютер
һәм
компьютерҙың
бәйләнеш
линиялары
аша
информацияны
йыйыу,
туплау,
һаҡлау,
эҙләү,
тапшырыу,
эшкәртеү,
биреү
ысулдары
һәм
методтар
системаһы
(Словарь
методических
терминов.
Э.Г.Азимов,
А.Н.Щукин).
Информацион технология тип, ғәҙәттә, аудио, видео, компьютер, Интернет
т е х н и к
с а р а л а р ы н
ҡ ул л а н ы у с ы
т е х н о л о г и я л а р ҙ ы
ә й т ә л ә р .
Информацион технологияларҙы ҡулланыу иң эффектив сараларҙың береһе, ул
белем
биреүҙе
киңәйтә,
телде
белеүселәр
араһында
үҙ-ара
һәм
мәҙәни
а р а л а ш ы у ғ а
ә ҙ е р л е к т е ,
м ө м к и н л е к т е
к ү р һ ә т ә .
Балаларҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү
өсөн компьютер хәҙерге шарттарҙа иң кәрәкле техник сара булып китте. Тик
компьютерҙы дөрөҫ һәм урынлы файҙалана белергә кәрәк. Дәрес буйына
компьютер йәки интерактив таҡта ҡулланыу бик үк дөрөҫ булмай. Һәр нәмәне
сама белеп, компьютерҙың дәрестә ҡуйған маҡсатҡа ирешеүҙә эште нисек
еңеләйтеүен асыҡлап ҡулланыу кәрәк. Компьютер
ҡулланып уҡытыу традицион уҡытыуға ҡарағанда мәғлүмәтте күберәк һәм
нығыраҡ үҙләштерергә мөмкинселек бирә. Компьютер төрлө яҡлап контроль
үткәреү
өсөн
дә
уңайлы
сара:
был
осраҡта
баһа
объектив
ҡуйыла,
уҡытыусының
ваҡыты
экономиялана,
таҡтала
яҙыу
эше
күпкә
кәмей,
уҡыусыларҙың өлгөрөшө һәм уҡыу сифаты буйынса статистик мәғлүмәттәрҙе
туплау мөмкинселеге лә бар. Айырыуса компьютер уҡыусыларҙың үҙ аллы
эшен ойоштороу өсөн уңайлы, сөнки әҙерлеге төрлө булған уҡыусыларға,
уларҙың белем кимәленән сығып, артабан үҫешергә мөмкинлек бирә.
Бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған
уҡыу программалары һәм әсбаптары бар.
Дәрестәрҙә
түбәндәге
информацион
технологияларҙың
тармаҡтары
ҡулланыла: интернет ресурстар, электрон китаптар, энциклопедиялар, онлайн
порталдар, сайттар, мультимедиа технологиялары һ.б.
Компьютер
ярҙамында
башҡорт
теле
дәрестәрендә
бер
төркөм
дидактик
мәсьәләләрҙе
хәл
итеп
була:
лексиканы
өйрәнеү
(компьютер
һүҙлектәрен
файҙаланыу) , дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә (башҡорт теле дәреслектәренән, тауыш
яҙыу
пограммаларын
файҙаланыу),
орфографик
күнегеүҙәр
(орфографик
һүҙлекте
һәм
компьютерҙың
орфографияны
тикшереү
программаһын
файҙаланыу),
грамматик
күренештәрҙе
үҙләштереү
(тестар
ярҙамында),
эҙләнеү
процесында
яңы
мәғлүмәт
алыу,
һөйләү
телмәрен
үҫтереү.
Һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау һ.б.
Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә комьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш
төрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп
мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, күргәҙмә әсбаптар күрһәтергә
мөмкин
(яҙыусылар,
шағирҙар
тураһында
фоторәсемдәр,
видеофильмдар,
видеороликтар
күрһәтеү,
әҙиптәр
үҙҙәре
уҡыған
шиғырҙарҙы
тыңлау,
биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү, сәнғәтле уҡыу
күнекмәләрен
булдырыу,
әҙәби
әҫәр
мотивтары
буйынса
төшөрөлгән
спектакль-кинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү һ.б.), уҡыған әҫәр буйынса
ижади
эштәр
башҡарыу
(компьютер
презентациялары
әҙерләү,
видеофильмдар, һүрәттәр төшөрөргә мөмкин). Дөйөм алғанда, был саралар
уҡыусыларҙа башҡорт телен үҙләштереүгә ыңғай мотивация булдырырға,
уларҙың белемен һәм культураһын камиллаштырырға ярҙам итә.
Белем сифатын арттырыу, уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү,
мәғлүмәт менән эшләргә өйрәтеү өсөн мультимедиа сараларын ҡулланыу
бигерәк эффектлы. Донъяның теләһә ҡайһы мөйөшө менән элемтәгә инеү,
аралаша алыу һәм мәғлүмәт алыу юғары техник саралар аша алып барыла.
Заманса
компьютерҙағы
мәғлүмәт
һәр
кешене
ҡыҙыҡһындырырлыҡ
итеп
эшләнгән. Текст, графика, фото, видео, тауыш, анимация ярҙамында киң
мәғлүмәт алыу кәрәкле материалды ҡабул итеүҙе һәм үҙләштереүҙе тиҙләтә,
еңеләйтә.
Информацион технология уҡыусыларҙа башҡорт телен үҙләштереүгә
ыңғай
мотивация
булдырырға,
уларҙың
белемен
һәм
культураһын
камиллаштырырға ярҙам итә. Ул уҡыусыларҙы ғилми-популяр әҙәбиәт менән
ҡыҙыҡһынырға
мәжбүр
итә,
фәнни-тикшеренеү
эшенә
йәлеп
итә,
һүҙлек
байлыҡтарын
арттыра,
телмәрҙәрен
байыта,
ижади
фекерләргә
өйрәтә,
фантазияһын үҫтерә, дөйөм аң даирәһен киңәйтә.
Уҡытыусы үҙ дәрестәренең ижадсыһы булып ҡала. Яңы стандарттар белем
биреүҙең һөҙөмтәләренә яңы талаптар ҡуйып, яңы идеялар, ижади асыштар
өсөн юл аса. Уҡытыусыға элекке методтарҙың һәм эш алымдарына яңы
шарттарҙа заман технологиялары менән бер рәттән ҡулланылыш табырға
кәрәк.